current location : Lyricf.com
/
Songs
/
Үҙ йондоҙом lyrics
Үҙ йондоҙом lyrics
turnover time:2024-11-29 16:33:55
Үҙ йондоҙом lyrics

Кеше килгәс яҡты донъяға,

Күктә бер йондоҙ ҡабына.

Минең дә йондоҙом

Яҡтырта юлымда.

Ул тора яҙмышым һағында,

Көс бирә арыған сағымда,

Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда.

Күңелем моң-зарға тулғанда.

Һүнмә генә минең йондоҙом,

Балҡы яҙмышым күгендә!

Еңел булмаһа ла юлым,

Мин бәхетле бу ергә килгәнгә.

Йондоҙҙар бик күп йыһанда,

Минең дә йондоҙом бар унда.

Ваҡыт еткәс бер мәл,

Һүнәсәк бит ул да.

Нурҙар сәсеп ергә атылыр,

Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр

Тик әлегә балҡый

Минең баш осомда.

Йыуата моңланған сағымда.

Һүнмә генә минең йондоҙом,

Балҡы яҙмышым күгендә!

Еңел булмаһа ла юлым,

Мин бәхетле бу ергә килгәнгә.

Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо,

Һәр кемдең бараһы үҙ юлы,

Шатлыҡтары ҡайғы,

Үҙ моңы— зарҙары.

Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам,

Тормошҡа ышаныс юғалтһам,

Үҙ йондоҙом мине

Йыуатыр ташламаҫ

Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ

Һүнмә генә минең йондоҙом,

Балҡы яҙмышым күгендә!

Еңел булмаһа ла юлым,

Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

Comments
Welcome to Lyricf comments! Please keep conversations courteous and on-topic. To fosterproductive and respectful conversations, you may see comments from our Community Managers.
Sign up to post
Sort by
Show More Comments
Elvin Grey
  • country:Russia
  • Languages:Bashkir, Tatar, Russian
  • Genre:Pop
  • Official site:https://vk.com/elvin_grey
  • Wiki:https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%AE%D0%BB%D1%8C%D1%8F%D0%BA%D1%88%D0%B8%D0%BD,_%D0%A0%D0%B0%D0%B4%D0%B8%D0%BA_%D0%9C%D1%83%D1%85%D0%B0%D1%80%D0%BB%D1%8F%D0%BC%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87
Elvin Grey
Latest update
Copyright 2023-2024 - www.lyricf.com All Rights Reserved