current location : Lyricf.com
/
Songs
/
Янымда һин булғас lyrics
Янымда һин булғас lyrics
turnover time:2024-10-04 19:25:49
Янымда һин булғас lyrics

Һин минең күңелде бик күптән яулап алдың,

Йәшәйһең йөрәктә, мәңгегә йәнемдә ҡалдың.

Иң наҙлы, иң татлы уйҙарға мине һалдың,

Иң яҡты мөхәббәт йондоҙо булып яндың.

Янымда һин булғас, йәнкәйем, ҡанатлы, ҡанатлы мин.

Әлдә һин бар тейеп , мең тапҡыр ҡабатлап,ҡабатлайым.

Йәйҙәрзең иң нурлы, иң яҡты ҡояшы,ҡояшылай.

Балҡыйһың һин миңә ҙур бәхет балҡышы,балҡышылай.

Янымда һин булғас кәрәкмәй миңә бер кем,

Һин тейеп таң ата, һин тейеп үтә бит һәр көн.

Һинең менән генә тормошом минең бөтөн,

Килереңде белдем шуға ла мин һине көттөм

Comments
Welcome to Lyricf comments! Please keep conversations courteous and on-topic. To fosterproductive and respectful conversations, you may see comments from our Community Managers.
Sign up to post
Sort by